КИҘӘШ, Ҡыйҙыш, Учалы р‑нындағы ауыл, Ахун а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Учалы т. юл ст. К.-Көнс. табан 32 км алыҫлыҡта Киҙәш й. (Уй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 114 кеше; 1989 — 114; 2002 — 149; 2010 — 119 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. “Ҡыҙыл партизан” к‑зы ойошторолғандан һуң, фаразланыуынса, элекке Әшир утары урынында колхоздың Ферма ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.