КАМАЛОВА Лира Шәрип ҡыҙы (7.11.1935, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Сәйетҡол а.), педагог. Соц. Хеҙмәт Геройы (1978). БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1975). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1960) Хәйбулла р‑ны Бүребай урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1964 й. алып дир. урынбаҫары, 1971 й. — дир., 1985 й. — Өфөнөң 20‑се урта мәктәбе дир., 1987 й. — Башҡ‑н мәғариф хеҙм‑рҙәренең квалификацияһын күтәреү ин‑тының тәрбиә эше кабинеты мөдире. 1993—2010 йй. БДПУ‑ның Квалификация күтәреү һәм проф. йәһәттән яңынан әҙерләү ин‑ты методисы. Ленин (1978), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) орд. м‑н бүләкләнгән. 

К.Ш.Әхиәров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

П.: Л.Ш.Камалова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.