КИБЕЗ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Мәләүез р‑ны буйлап Нөгөш һәм Ағиҙел йй. араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Төньяҡ һәм көньяҡ өлөштәрҙән тора. Төньяҡ өлөшөнөң оҙонлоғо 13 км, киңлеге 2 км, көньяҡ өлөшөнөң оҙонлоғо 17 км, киңлеге 4—7 км. Абс. бейеклеге 695 м. Һыртта 617—695 м бейеклектәге 9 түбә айырыла. Төньяҡ өлөшөнөң рельефы ҡатмарлы. Түбәләре яҫы, таш һибелмәләре бар. Көнсығыш битләүе күп уйпатлыҡ м‑н ҡатмарланған, көньяҡ өлөшө яҫы түбәле тау массивынан ғибәрәт. Көнсығыш битләүе Ағиҙел й. ҡарай текә төшә, көнбайышы — һөҙәк. Аҫҡы карбон эзбизташтарынан тора. Һыртта Нөгөш, Ағиҙел йылғалары һ.б. ҡушылдыҡтары башлана. Төньяҡ өлөшөнөң ландшафы һоро урман тупрағының тау аналогтарындағы киң япраҡлы урмандарҙан һәм йүкә-имән-саған ҡатыш киң япраҡлы ҡоро урмандарҙан ғибәрәт. Көньяҡ өлөшө аҙ көлһыуланған ҡараһыу һоро урман ҡара тупрағындағы, кәҫле аллювиаль тупраҡтағы ҡайын‑ҡарағай һәм ҡарағай урмандарынан, болондарҙан тора. К. Башҡортостан милли паркы терр‑яһында урынлашҡан.

И.М.Япаров

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018