“АЛҒА”, ижт.‑сәйәси гәзит. Өфө губернаһы РСДРП(б) ҮБК‑ның башҡ.‑татар секцияһы органы. 1917 й. авг. алып нояб. тиклем Өфөлә төрки телендә сыға, “Тормош” гәз. типографияһында баҫыла. Барлығы 7 һаны донъя күрә (6‑сы һаны 20 нояб.; һуңғы һанының сыҡҡан ваҡыты билдәһеҙ). “А.” башҡ. һәм татар халыҡтары араһында революцион пропаганда алып бара, большевиктар платформаһын һәм программаһын аңлатыусы мәҡәләләр баҫтыра. Мөхәррире — Б.Й.Нуриманов, Ә.С.Хәбиби.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.