КАМАЛОВ Таһир Таузах улы (2.6.1962, Өфө), дирижёр. БР‑ҙың халыҡ артисы (1995). Гнесиндар ис. Муз.-пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1989; В.М.Кожухарь класы) БДОБТ дирижёры, бер үк ваҡытта ӨДСИ‑лә уҡыта һәм студенттарҙың симфоник оркестры етәксеһе, 1992—2011 йй. БР Милли симфоник оркестрының художество етәксеһе һәм баш дирижёры (2010—11 йй. дир.), бер үк ваҡытта 1989 й. алып ӨДСА уҡытыусыһы һәм студенттар симфоник оркестры етәксеһе. Милли симфоник оркестр төҙөү, “Ағиҙел” (“Белая река”) Халыҡ‑ара симфоник һәм хор музыкаһы фестивален (Өфө, 1993 й. алып) үткәреү инициаторы. “Бах фестивале” (“Баховский фестиваль”; 1998—2004), “Музыкаль хазинанан” (“Из музыкальной сокровищницы”; 1993—97), “Оркестр саҡыра” (“Оркестр приглашает”), “Раштыуа осрашыуҙары” (“Рождественские встречи”; икеһе лә — 1997 й. алып), “Евразия күпере” — “Рәсәй. Егерменсе быуат...” (“Евразийский мост” — “Россия. Век двадцатый...”; 2006—11; бөтәһе лә — Өфө) концерттар циклын ойоштороусы һәм уларҙың художество етәксеһе. Германия, Польша, Украина, Швейцария, Япония симфоник оркестрҙары м‑н сығыш яһай. Халыҡ‑ара башҡарыусылар һәм дирижёрҙар кон‑ курсы лауреаты (Женева ҡ., Швейцария, 1997). 

О.Я.Старикова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.