КАМАЛОВ Рәил Исмәғил улы (20.2.1932, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Һәүәләй а. — 24.3.1989, шунда уҡ), Соц. Хеҙмәт Геройы (1965). 1950 й. алып Ҡырмыҫҡалы р‑нының М.В. Фрунзе ис. к‑зында эшләй: 1958 й. башлап тракторсы, 1961 й. — шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү б‑са тракторсы‑звено етәксеһе. К. звеноһы етештереүҙең юғары күрһәткестәренә өлгәшә: шәкәр сөгөлдөрөнөң уңдырышлылығы 414 ц/га тәшкил итә (1967). РСФСР ЮС‑ының 7‑се саҡырылыш депутаты. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1965, 1967).

Хеҙм.: 50 центнеров с гектара. Уфа, 1966.

Әҙәб.: Платонов М. Соревнование //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

П.: Р.И.Камалов