КАМАЛОВ Абрик Закир улы (12.1.1943, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Түб. Ҡыйғы а.), механик. Физика-матем. ф. канд. (1971), проф. (1997). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2003). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1965) СССР ФА Ҡазан филиалының Физика-техника ин‑тында, 1973—2014 йй. Ҡазан архитектура-төҙөлөш ун‑тында (1977 й. теоретик механика каф. мөдире) эшләй, бер үк ваҡытта 1999—2012 йй. “Фән һәм тел” ж. (Ҡазан) мөхәррире. Фәнни тикшеренеүҙәре үҙгәргән есем механикаһы проблемаларына арналған. К. тарафынан шыйыҡлыҡ ағымында һығылмалы йоҡа көплөктәрҙең ныҡлығы, тотороҡлолоғо, тирбәлеүе һәм шыйыҡлыҡтың улар тирәләй ағыуы; тултырмалы көплөктәрҙең көсөргәнешле үҙгәргән хәле, тотороҡлолоғо һәм тирбәлеүе мәсьәләләрен сығарыу ысулдары һәм алгоритмдары эшләнгән. 230‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. ТР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2009).

Хеҙм.: Теоретик механика. Казан, 1996.

М.Ә.Илһамов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.