КАМАЛОВ Азат Әхмәҙулла улы [1.12.1937, БАССР‑ҙың Матрай р‑ны Яманһаҙ а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны) — 23.4.2007, Өфө], тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1997). БДУ‑ны тамамлаған (1964). 1967 й. алып ТТӘИ‑лә (1972 й. — өлкән хеҙм‑р), 1990 й. — БДПИ‑ла, 1992 й. — Башҡ‑н мәғариф хеҙм‑рҙәренең квалификацияһын күтәреү ин‑тында эшләй, 1996 й. — Милли мәғариф проблемалары ин‑тының Башҡ‑н филиалында төп ғилми хеҙм‑р, 1997—2005 йй. БДПУ‑ла уҡыта (1999—2004 йй. филол. каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре топонимикаға: Башҡортостандың ойконимияһын, гидронимияһын һәм оронимияһын тикшереүгә; башҡ. географик терминдарын башҡа төрки телдәр, ш. уҡ фин-уғыр телдәре һәм иран телдәре м‑н сағыштырып өйрәнеүгә арналған. К. хеҙмәттәрендә башҡорттарҙың этногенезы, ырыуҙар бүленеше, ҡәбиләләре, хәрби‑сәйәси ойошмалары, тамғалары һ.б. т‑да мәғлүмәттәр бирелә. “Башҡорт АССР‑ының топонимдәр һүҙлеге”н (1980) төҙөүселәрҙең береһе. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. вуздар өсөн уҡыу ҡулланмалары, авторы. 

Хеҙм.: Башкирская топонимия. Уфа, 1994; Башкирские географические термины и топонимия. Уфа, 1997; Атайсал. Уфа, 2001 (авторҙ).

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.