КӘРӘҘЛЕ ЭЛЕМТӘ, хәрәкәтсән ике яҡлы радиоэлемтәнең бер төрө. К.э. телефон элемтәһе, Интернетҡа инеү, мәғлүмәт тапшырыу һ.б. мөмкинлектәрҙе бирә. К.э. ойоштороу принцибы төрлө операторҙар үҙ хеҙмәтен тәҡдим иткән терр‑яны бер‑береһе м‑н бәйләнгән, бер‑береһен өлөшләтә ҡаплаған участкаларға (кәрәҙҙәргә) бүлеүҙән ғибәрәт. Участкаларҙың үлсәмдәре кеҫә телефонының К.э. коммутаторы аша икенсе операторҙарҙың селтәрҙәренә һәм ҡала телефон селтәренә тоташтырылған ҡабул итеү‑тапшырыу станцияһы м‑н бәйләнеш булдырыуҙың иң ҙур алыҫлығы м‑н билдәләнә. Сигнал кимәле иң ҙур булған станцияны кеҫә телефоны үҙе һайлай. К.э. Башҡортостанда 20 б. 90‑сы йй. барлыҡҡа килә. 1993 й. алып респ. тәүге “Башҡортостандың кәрәҙле элемтәһе” компанияһы эшләй, ул NMT‑450 стандартын (К.э. беренсе быуыны) файҙалана, радиореле линияларының оҙонлоғо 1 мең км ашыу була (2008). Компания “Светец” фирмаһы м‑н берлектә РФ‑та тәүгеләрҙән булып аванс рәүешендә түләү карталарын, 2000 й. “А‑Софт” Рәсәй фирмаһы м‑н берлектә (икеһе лә — Мәскәү) билинг системаһын (күрһәтелгән хеҙмәтте иҫәпкә алыу һәм тарифты иҫәпләүҙе, түләү т‑дағы мәғлүмәтте ебәреүҙе автоматик рәүештә алып барыу системаһы) индерә; аналог селтәрҙәрен цифрлы CDMA‑450 стандартына (3‑сө быуын) алмаштырыу б‑са эштәр башҡара, мәғлүмәт тапшырыу сифаты юғары булған һәм икенселәр тыңлап тороуҙан һ.б. яҡшыраҡ һаҡлаған был стандарт 2003 й. башлап Өфөлә (РФ‑та С.‑Петербургтан һуң икенсе булып) эшләй башлай. 1998 й. алып “Мобильные Телесистемы” ААЙ‑ның филиалы GSM 900/1800 цифрлы стандарты (2‑се быуын) һәм GPRS мәғлүмәт тапшырыу технологияһы (респ. ҙур ҡалаларында — EDGE) нигеҙендә К.э. хеҙмәтен күрһәтә. 2002 й. башлап GSM 900/1800 стандарты нигеҙендә К.э. хеҙмәтен — “Мегафон” һәм “Билайн” компаниялары, 2003 й. алып “Смартс‑Уфа‑GSM” ЯАЙ һ.б. компаниялар күрһәтә. 2008 й. 3‑сө быуын селтәре сафҡа индерелә.

И.Н.Перов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке