КАМАЛЕТДИНОВА Фәриҙә Мирсаяп ҡыҙы (25.8.1916, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Малаяҙ а., хәҙ. БР‑ҙың Салауат р‑ны Татар Малаяҙы а., — 15.1.2008), актриса. БАССР‑ҙың халыҡ (1972) һәм атҡ. (1964) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1967). Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлағандан һуң (1935; Х.Бохарский курсы) БАДТ актрисаһы. К. ижади алымдарының үҙенсәлеге — тойғоларҙы нескә асып биреү, ролде тәрән аңлап башҡарыу, лиризмдан ғибәрәт. Төп ролдәре: Мәрзиә (“Ул ҡайтты”, Ә.Ҡ.Атнабаев), Зөлхәбирә (“Айгөл иле”), Һандуғас (“Зимагорҙар”, С.М.Мифтахов), классик драматургияла — Полина (“Төшөмлө урын” — “Доходное место”, А.Н. Островский; дебют, 1935), Пелагея (“Мещандар” — “Мещане”, М.Горький), Һөт әсәһе (“Ромео менән Джульетта” — “Ромео и Джульетта”), Бианка (“Отелло”, икеһе лә — У.Шекспир), Матрёна (“Ҡараңғылыҡ хөкөм һөргәндә” — “Власть тьмы”, Л.Н.Толстой), улар араһында бигерәк тә Агафья Тихоновна (“Өйләнеү” — Женитьба”, Н.В.Гоголь) роле кәүҙәләндереү оҫталығы м‑н үтә лә айырылып тора. 

Әҙәб.: Хөсәйен Ҡудашев: иҫтәлектәр. Өфө, 1993.

З.В.Сәйфуллина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Илл.: Ф.М.Камалетдинова Көнбикә ролендә (“Яңғыҙ ҡайын”, М.Кәрим)

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.