Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/PERSON/K/KAMALETDINOV_MURAT.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/PERSON/K/KAMALETDINOV_MURAT.jpg'

КАМАЛЕТДИНОВ Морат Абдулхаҡ улы (18.7.1928, Томск ҡ. — 1.7.2013, Өфө), геолог. БР ФА акад. (1991), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1972), проф. (1981). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1976). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1953) “Башнефть” берекмәһенең Стәрлетамаҡ геол. эҙләнеүҙәр контораһында эшләй: 1954 й. алып геол. партияһы, 1956 й. — геол. төшөрөү экспедицияһы нач., 1964 й. — баш геолог. 1969 й. башлап Геол. ин‑тында: 1970 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1974 й. — лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 1974—91 йй. дир., 2000— 13 йй. баш ғилми хеҙм‑р; бер үк ваҡытта 1974—97 йй. БДУ‑ла уҡыта, 1991—2005 йй. БР ФА Ер һәм экология фәндәре бүлегенең акад.‑секретары. Фәнни тикшеренеүҙәре тектоника, нефть геологияһы, стратиграфия, геология тарихы проблемаларына арналған. Шарьяж теорияһының авторы, Уралда тәүгеләрҙән булып аллохтондарҙы аса. К. ҡатнашлығында БР‑ҙа нефть һәм газ ятҡылыҡтары (Табын, Тәйрүк һ.б.) асыла. Өфөләге геотектоника мәктәбенә нигеҙ һалыусы. РФА‑ның тектоника ком‑ты ағзаһы. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1986).

Хеҙм.: Покровные структуры Урала. М., 1974; Шарьяжные и надвиговые структуры фундаментов платформ. М., 1987 (авторҙ.); Шарьяжно‑надвиговая тектоника литосферы. М., 1991 (авторҙ.).

Әҙәб.: Тимергазин К.К., Тимергазина А.К. Уфимская геотектоническая школа. Уфа, 1992.

Ю.В.Казанцев

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке