КАМАЛЕТДИНОВ Мотаһар Мирхәйҙәр улы (1875, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Яңы Атйетәр а., хәҙ. БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Кешәнне а., — 17.7.1938, Өфө), дин әһеле, БАССР Үҙәк Диниә назараты мөфтөйө (1936). Ҡыйышҡы мәҙрәсәһен тамамлаған. 1904 й. алып Өфө өйәҙе Иҫке Ҡыйышҡы а. мәсетенең имам-хатибы һәм бер үк ваҡытта мәҙрәсә мөҙәрисе. Монархия яҡлы була, Аҡтар хәрәкәтен хуплай. Исламды модернизациялау һәм дини мәғариф мәсьәләләрендә ҡәҙимселәр (ҡара: Ҡәҙимселек) яғында була. К. хәйриә м‑н шөғөлләнә, Беренсе донъя һуғышы йылдарында иғәнә йыйыуҙа ҡатнаша. 1928 й. контрреволюцион эшмәкәрлектә ғәйепләнеп ҡулға алына, һөргөндә була. 1933 й. алып БАССР Үҙәк Диниә назаратында (ҡара: Диниә назараты): рәйес урынбаҫары, рәйес. Репрессиялана (1936), атыла. 1957 й. аҡлана. 

Хеҙм.: Иске Киешкы тарихы. Ырымбур, 1911.

А.Б.Юнысова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина