АЛҒА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Максимовка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнб. табан 58 км алыҫлыҡта Ерекле й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 236 кеше; 1959 — 229; 1989 — 182; 2002 — 201; 2010 — 206 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Максимовка урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1926 й. Стәрлетамаҡ кантонында нигеҙ һалына.

Ю.А.Кәримов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018