КАМАЛ (Камалов) Ринат Әлтәф улы (28.6.1954, БАССР‑ҙың Мәсетле р‑ны Дыуан‑Мәсетле а.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1998). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1992). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1980) Учалы һәм Мәсетле р‑ндары мәктәптәрендә уҡы‑ та, 1985 й. алып БАССР‑ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙар б‑са дәүләт ком‑ты хәбәрсеһе, 1990 й. — БССР Яҙыусылар союзы пропаганда бюроһының әҙәби хеҙм‑ре, директоры. 1991 й. башлап “Ағиҙел” ж. хеҙм‑ре, 2005 й. — “Китап” нәшриәтендә редакция мөдире. “Бәлә” исемле тәүге китабы 1993 й. сыға. “Таня‑Таңһылыу” (1996) романы нигеҙендә — милли тамырҙары м‑н рухи бәйләнешен юғалтҡан кеше трагедияһы. “Әлфирә” (2004), “Ағай‑энеләр” (2005), “Вариҫ” (2006), «“Мединститут” эше» (2015) һ.б. романдар авторы. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. (2010), Р.Әхтәри ис. пр. (2002) лауреаты.

Әҫәрҙ.: Мөхәббәт дошмандары: повестар. Өфө, 2001; Оҙонтал: романдар. Өфө, 2004; Кеше драмаһы: романдар. Өфө, 2014.

Әҙәб.: Гәрәева Г. Тормош дөрөҫлөгө һәм әҙәби оҫталыҡ мәсьәләләре (Р.Камал ижадына бер ҡараш). Өфө, 2005; Аҙнағолов Р.Ғ. Ринат Камал: ижады һәм тормошо. Өфө, 2010.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке