КАМАЙ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Иҫке Ҡорос а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 31 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 107 км алыҫлыҡта Маты й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 925 кеше; 1920 — 1121; 1939 — 936; 1959 — 649; 1989 — 371; 2002 — 310; 2010 — 243 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар. Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән; 1762 й. 45 ир-ат иҫәпкә алынған), 1774 й. ш. уҡ шарттарҙа мишәрҙәр күсеп ултырған. 1795 й. 8 йортта 53 кеше йәшәгән, 1865 й. 72 йортта — 392 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, мәҙрәсә, һыу тирмәне, мануфактура һәм 2 бакалея кибете теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018