КАМАЕВ Рәшит Борхан улы (22.2.1937, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Яңауыл а., хәҙ. Яңауыл ҡ., — 6.5.2000, Өфө), социолог. Филос. ф. д‑ры (1986), проф. (1987). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1997). Бөрө пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1961) ВЛКСМ‑дың Тәтешле район ком‑ты, 1962 й. алып Әлшәй ауыл производство идаралығының комсомол ойошмаһы секретары. 1965 й. башлап Яңауыл р‑ны Айбүләк тулы булмаған урта мәктәбе дир., 1967 й. — КПСС‑тың Яңауыл, 1969 й. алып Нуриман район ком‑ттарының пропаганда бүлеге мөдире. 1974 й. алып ӨАИ‑ла (1989 й. башлап фәнни коммунизм каф. мөдире). 1990 й. башлап ӨДНТУ‑ла эшләй: филос. каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1995 й. алып гуманитар ф‑т деканы. Фәнни хеҙмәттәре ҡала һәм ауылдың үҙ-ара бәйләнешенә, ауыл производство коллективтарының соц. үҫеш проблемалары методологияһына, урбанизация процестарын моделләштереү һәм көйләүгә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

 

Хеҙм.: Новый промышленный центр и село. М., 1983 (авторҙ.); Преодоление существенных различий между городом и деревней. Саратов, 1986.

Н.Ф.Ғиндуллин

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке