КАМА-БЕРЁЗОВКА БОГОРОДИЦА ИР-ЕГЕТТӘР МОНАСТЫРЫ. 1901 й. Бөрө өйәҙенең Берёзовка а. (хәҙ. БР-ҙың Краснокама р‑ны Николо-Берёзовка а.) эргәһендә Успение ирегеттәр монастырының Кама-Николай подворьеһын (1878) Кама‑Берёзовка Богородица ир‑егеттәр миссионерлыҡ ятаҡ монастыры итеп үҙгәртеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Исеме Изге Синодтың 1900 й. 16—19 дек. Указы һәм Антоний III 1901 й. 18 февр. ҡарары б‑са бирелә. Монастырь хужалыҡ биналары булған 2 ҡатлы ағас йортта урынлашҡан, 1871—73 йй. ер биләүсе һәм сауҙагәр П.Д.Дягилев аҡсаһына төҙөлә. Монастырь эргәһендә 2 йорт сиркәүе һәм 1 собор була: беренсе сиркәү йорттоң 2‑се ҡатында урынлаша, 1881 й. святитель һәм чудотворец Николай хөрмәтенә изгеләндерелә (Ҡазан Божья матерь иконаһына арнап яңынан изгеләндерелә), икенсеһе — 1‑се ҡатта була, яҡынса 1914 й. Тәре Воздвижениеһы (Крестовоздвижение) хөрмәтенә изгеләндерелә. Таш соборҙың нигеҙе, преподобный Серафим Саровскийға арнап, 1903 й. һалына (төҙөлөп бөтмәй), 1909 й. ярымподвал ҡатында уның өҫтәлдәре (Воскресение һәм Сергий) изгеләндерелә.

Монастырҙа православие байрамдары һәм тәре йөрөштәре ваҡытында Берёзовка святитель Николай Чудотворец иконаһы тотола. Монастырға ике тапҡыр (1910 й. һәм 1914 й.) бөйөк княгиня Елизавета Фёдоровна килеп китә. 1903 й. монастырҙа 1 игумен, 4 иеромонах, 2 иеродьякон, 3 монах һәм яҡынса 40 послушник йәшәй. Монастырға Кама‑Николай подворьеһының 15 дисәтинә ере күсә, Дягилев тарафынан Уҫы өйәҙендәге яҡынса 152 дисәтинә ер иғәнә ителә. Монастырь эргәһендә башҡа милләттәр өсөн мәктәп (1901 й. — 39, 1910 й. — 90 кеше уҡый), миссионерлыҡ курстары (1910) эшләй. Миссионерлыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә 50 мари, 10 татар суҡындырыла, бер нисә старообрядсы (ҡара: Старообрядсылыҡ) диндәшлеккә күсә; монастырь настоятеле 2‑се дәрәжә Изге Анна орд. һәм түшкә таға торған тәре м‑н бүләкләнә (1909). Изге Синодтың 1912 й. 28 майындағы Указы б‑са монастырь ябыла (монахтар — Өфө Успение ир-егеттәр монастырына, настоятель Богородица Одигитрия сыуаш ирегеттәр монастырына күсерелә), уның базаһында ш. уҡ исемле ҡатын-ҡыҙҙар монастыры асыла (20‑се йй. уртаһында ябыла, һуңынан емертелә). Бинаның ярымподвал ҡаты һаҡланып ҡалған, унда иҫтәлекле тәре ҡуйылған (2003). Настоятеле — игумен Анастасий (1901—12). 

Әҙәб.: Златоверховников И.Е. Уфимская епархия. Уфа, 1899; Роднов М.И., Васильева О.В. История Николо-Берёзовки. Уфа, 1997.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

БЕРЁЗОВКА СВЯТИТЕЛЬ НИКОЛАЙ ЧУДОТВОРЕЦ ИКОНАҺЫ

НИКОЛО‑БЕРЁЗОВКА, ауыл, Краснокама р‑ны

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.