КАМА-АҒИҘЕЛ БӨГӨЛӨ, компенсацияланмаған ҙур кире тектоник структура. Көнсығыш Европа платформаһының архей‑аҫҡы протерозой кристалл нигеҙендә һәм ултырма япмаһының рифей ҡатлауында айырыла. БР, Удмуртия, Пермь крайы терр‑яларында күҙәтелә. Оҙонлоғо 1000 км ашыу, киңлеге яҡынса 300 км. БР сиктәрендә борттары төньяҡ‑көнбайыш йүнәлешле ҡатмарлы һынылыштар системаһы м‑н сикләнә: Ағиҙел, Дүртөйлө‑Сарапул, Көйәҙе‑Веслян, Ҡалтасы, Наҙыпетровск, Удмурт‑Төрөш һ.б.; Урал йыйырсыҡлы өлкәһенә табан асыла. К.‑А.б. килеп сығышы рифт м‑н бәйле. Нигеҙе б‑са рифт зонаһы Башҡорт көмбәҙенең үҙәк өлөшө аша Ҡаратау ҡалҡыуынан Борай‑Яңауыл‑Очёр‑Верещагин ҡалҡыуҙары зонаһына (Пермь крайы) тиклем һуҙыла, дөйөм планда Ҡалтасы-Сарапул соҡорона тура килә (Р.Н.Вәлиев б‑са). Хәҙ. этапта кристалл нигеҙҙең структур‑тектоник үҙгәрештәренән һуң рифт зонаһы төньяҡ һәм нығыраҡ сағылған көньяҡ уйһыулыҡтары м‑н оҙатылған, бер аҙ өҫкә күтәрелгән тар структура булып тора. К.‑А.б. яңы нефть һәм газ ятҡылыҡтарын асыу перспективалары ултырма япманың рифей‑венд ҡатламдарын өҫтәлмә разведкалауға бәйле.

Әҙәб.: Масагутов Р.Х. Литолого-стратиграфическая характеристика и палеогеография позднего докембрия Башкирского Приуралья. М., 2002.

Е.В.Лозин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке