КАМА УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ, Рус армияһында, 1918 й. 17 окт. Өфө губернаһының төньяғында Өфө армия корпусы командующийы ген.-лейт. С.Н.Люпов бойороғо б‑са 1‑се Өфө йыйылма уҡсылар див. булараҡ ойошторола; 1919 й. ғин. алып 8‑се К.у.д., авг. — адмирал Колчактың 8‑се Кама уҡсылар дивизияһы. Див. составына 29‑сы Бөрө, 30‑сы Асҡын, 31‑се Стәрлетамаҡ һәм 32‑се Кама буйы уҡсылар полктары, 8‑се Кама атлы дивизионы (1918 й. башлап 4‑се Өфө кавалерия полкы, 1919 й. Кама кавалерия бригадаһы) һәм 8‑се Кама уҡсылар артиллерия дивизионы инә. Өфө армия корпусы, 1919 й. майынан Өфө ғәскәрҙәре төркөмө, июлдән Көнсығыш фронттың 3‑сө армияһы, 1920 й. февр. Алыҫ Көнсығыш армияһының 3‑сө айырым уҡсылар корпусы составында була. 1919 й. яҙғы һөжүм барышында РККА‑ның Бишенсе армияһына ҡаршы Түб. Кама буйындағы һуғыштарҙа, Силәбе һәм Тубыл операцияларында, 1919— 20 йй. Бөйөк Себер боҙло походында ҡатнаша. 1920 й. февр. аҙ. Рәсәйҙең Көнсығыш өлөшө Ҡораллы көстәре баш командующийы ген.‑лейт. Г.М.Семёнов бойороғо б‑са 8‑се Ка‑ ма уҡсылар полкы итеп ҡалдырыла. Билдәле булған див. нач.: полк., 1919 й. июненән ген.‑майор И.А.Пронин (1919 й. ғин. алып), полк., 1919 й. авг. башлап ген.‑майор Ф.А.Пучков (1919 й. июле — 1920 й. февр.).

Әҙәб.: Филимонов Б.Б. Белая армия адмирала Колчака. М., 1997.

И.Ф.Плотников

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018