КАМА АРЪЯҒЫ СИК ҺЫҘЫҒЫ, 17—18 бб. оборона ҡоролмалары системаһы (ҡара: Нығытмалы сик һыҙыҡтары). К.а.с.һ. ҡалмыҡтарҙың һәм нуғайҙарҙың сапҡындарын кире ҡағыу, яңы ҡушылған ерҙәрҙә (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы) хәрбиҙәр булдырыу маҡсатында ойошторола. Сик һыҙыҡтарының төҙөлөүе Кама аръяғы һәм Урал буйы ерҙәрен артабан колониялаштырыуға булышлыҡ итә. К.а.с.һ. нығытмаларын төҙөүҙә урындағы халыҡ ярҙам итә.

Кама аръяғы һыҙығы, Иҫке К.а.с.һ., Волга й. алып Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) тиклем 1652—55 йй. төҙөлә; оҙонлоғо яҡынса 450 км. Рәсәйҙең көньяҡ һәм көньяҡ‑көнсығыш сиктәрендәге (Белгород, Сембер, Тамбов сик һыҙыҡтарын үҙ эсенә ала) өҙлөкһөҙ нығытмалар системаһының көнсығыш өлөшө булып тора. Төҙөлөшкә Ҡазан һарайы приказы — дөйөм, Ҡазан воеводалары Н.И.Одоевский, М.М.Салтыков (1663 й. алып) туранан‑тура етәкс. итә. Планы хеҙмәтле кешеләр С.Змеев һәм Г.Львов тарафынан төҙөлгән. Бер-береһе м‑н өҙлөкһөҙ сик һыҙығы ҡоролмалары аша тоташҡан 7 ҡәлғәнән (ҡара: 1‑се табл.) тора. Урманлы участкаларҙа — киҫентеләр (дошман яғына йүнәлтелгән арҡыры‑буйға ауҙарылған ағас өйөмдәре), асыҡ урындарҙа тарас валдары һәм соҡорҙар, буралар (вал сик һыҙығы артындағы нығытмалар), выводтар (тупраҡ м‑н тултырылған 17 м тиклем бейеклектәге ағас башнялар), бағаналар (вертикаль рәүештә йәки башы дошман яғына ҡаратып, ергә нығытылған бер нисә рәт бүрәнә), текә ҡоймалар (ергә йышлап нығытылған ҡаҙыҡтар); ш. уҡ тәбиғи тотҡарлыҡтар (йырындар, йылғалар һ.б.) ҡулланылған. Валдар, ш. уҡ буралар тарас рәүешендә була: араһы тупраҡ, таш м‑н тултырылған 2 параллель бүрәнә стенанан торған ҡоролма. Ҡәлғәләрҙең стеналарын тарас һымаҡ йәки ергә нығытылған осло вертикаль бүрәнәләрҙән (баструк стеналары) төҙөгәндәр. Ҡәлғәләрҙә батша һарайы крәҫтиәндәре, казактар (ҡара: Казак ҡатламы) һәм стрелецтар (башлыса Ахтачинск, Лайыш, Иҫке Шишмә, Тәтеш, Саллы ҡаласығы), Полоцк һәм Смоленск шляхтаһы һ.б. йәшәгән. 1655 й. Кама аръяғы һыҙығында гарнизондарҙың дөйөм һаны 1321 кеше тәшкил итә. 1718 й. алып сик һыҙығында Вологда драгун полкы (ҡара: Драгун полктары) хеҙмәт итә. Башҡорт ихтилалдары (1718 бб.) барышында хөкүмәт ғәскәрҙәренең тупланыу үҙәге булып торған. Бер нисә тапҡыр нуғайҙарҙың, ҡаҙаҡтарҙың, ш. уҡ башҡорт ихтилалы (168184) һәм башҡорт ихтилалы (170411) барышында баш күтәреүселәрҙең һөжүменә дусар ителә. Ҡазан воеводаһы ҡарамағында була, 17 б. 60‑сы йй. алып Минзәлә — Өфө (граждандар эштәре б‑са), Аҡ яр һәм Ерекле Себер воеводалары ҡарамағына күсә. Яңы Кама аръяғы сик һыҙығы төҙөлөүгә бәйле, әһәмиәтен юғалта.

Яңы К.а.с.һ., Һамар й. алып Кисеү й. тиклем 1731—36 йй. төҙөлә; оҙонлоғо яҡынса 270 км. Дөйөм төҙөлөш м‑н Сенат етәкс. итә. Планы тайный советник Ф.В.Наумов тарафынан төҙөлә. Яңы К.а.с.һ. бер-береһе м‑н өҙлөкһөҙ сик һыҙығы ҡоролмалары аша тоташҡан 4 ҡәлғәнән, 4 фельдшанецтан (дүрт мөйөшлө тупраҡ нығытмалары), 10 редуттан (бейек валлы, тәрән соҡорло һәм һөҙәк тупраҡ өйөмөнән торған дүрт мөйөшлө нығытма) торған. Сик һыҙығында валдар, соҡорҙар, киҫентеләр, редандар (дошман яғына ҡарай 60—120° бейеклектәге валдар һәм соҡорҙар, бер нисә метр һайын ҡоролған), ретраншемент (төп нығытмалар артындағы окоптар; дошман сик һыҙығын өҙә ҡалһа, эске оборонаны нығытыу өсөн хеҙмәт итә), маяҡтар (тирә‑яҡты юғарынан күҙәтеү һәм сигнал биреү вышкалары) була. Сик һыҙығында хеҙмәт итеү өсөн Алексеевский йәйәүле, Биләр, Сергиев һәм Шишмә атлы (40‑сы йй. башында Һамар һәм Ырымбур сик һыҙыҡтарына бирелә) полктары составында Кама аръяғы ландмилицияһы (ҡара: Ландмилиция) ойошторола. 1736 й. Яңы К.а.с.һ. хеҙмәт итеүсе гарнизондарҙың дөйөм һаны 4212 кеше (бөтәһе 36 рота; ҡара: 2‑се табл.) тәшкил итә. Сик һыҙығы башҡорт ихтилалдары (173540) барышында хөкүмәт ғәскәрҙәренең үҙәге, Ете йыллыҡ һуғышта һ.б. хәрби конфликттарҙа ҡатнашыу өсөн отрядтарҙы формалаштырыу ваҡытында Ҡазан даруғаһы, Уҫы даруғалары башҡорттарын һәм мишәрҙәрен йыйыу урыны була. Ихтилалдар (1735—40) барышында бер нисә тапҡыр баш күтәреүселәрҙең һөжүменә дусар ителә. 1736 й. алып Ҡазан губернаторы ҡарамағында була. Ырымбур сик һыҙығы төҙөлөүгә бәйле, хәрби әһәмиәтен юғалта, һуңыраҡ бында отставкалағы һалдаттарҙы урынлаштыралар.

Әҙәб.: Владимир Загоровский: материалы науч. чтений. Воронеж, 2006; Буканова Р.Г. Города-крепости на территории Башкортостана в XVI—XVII вв. Уфа, 2010. Дубман Э.Л. Новая Закамская линия: проект, строительство, судьба. Самара, 2004. 

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

 

Табл.1

 Кама аръяғы сиге (1654—55)

Ҡәлғә

Урынлашҡан ере

Төп нығытмалар; артиллерия

Гарнизон составы

Аҡ Яр

Волга й.

тарас диуарҙар, 8 башня, соҡор; 5 пищаль

100 атлы казак, 19 стрелец, 29 атлы хеҙмәтле полоняниктар, 9 һөргөнсө

Ерекле

Ерекле й. (Шишмә й. ҡушылдығы)

баструк диуарҙары, 6 башня, соҡор; 7 пищаль

150 атлы казак (элекке крәҫтиәндәр)

Төй

Төй й. (Оло Сиремшән й. ҡушылдығы)

баструк диуарҙары, 6 башня, соҡор; пищаль

50 стрелец, 100 атлы казак (элекке крәҫтиәндәр), 127 шляхта кешеһе

Яңы Шишмә

Шишмә й. (Кама й. ҡушылдығы)

баструк диуарҙары, 6 башня, соҡор; 12 пищаль

100 стрелец, 50 атлы казак (элекке крәҫтиәндәр), 127 шляхта кешеһе

Кисеү острогы

Кисеү й. (Шишмә й. ҡушылдығы)

баструк диуарҙары, соҡор, 4 башня, 2 сығарма; пищаль

50 стрелец (ваҡытлы хеҙмәткә ебәрелгән)

Зәй

Зәй й. (Кама й. ҡушылдығы) һәм уның Урман Зәйе й. ҡушылдығы

тарас диуарҙар, 6 башня; 6 пищаль

100 стрелец (икенсе мәғлүмәттәр б‑са, казак), 81 шляхта кешеһе

Минзәлә

Минзәлә й. (Кама й. ҡушылдығы)

баструк диуарҙары, 5 башня; 12 пищаль

100 стрелец, 129 шляхта кешеһе

 

 

Табл.2

Яңы Кама аръяғы сик һыҙығы  (1734—36)

Нығытма

Нығытма тибы

Урынлашҡан ере

Гарнизон составы

Алексеевcк

ҡәлғә

Һамар й. (Волга й. ҡушылдығы) һәм уның Оло Кинәле ҡушылдығы

Сергиевск полкының 4 ротаһы, Алексеевск полкы ротаһы

Кинәле

редут

Һамар һәм Оло Кинәле йй.

 

Ҡыҙыл

редут

Суҡ й. (Волга й. ҡушылдығы)

 

Красноярск

ҡәлғә

Суҡ й.

Сергиевск полкының 4 ротаһы, Алексеевск полкы ротаһы

Хороший

редут

Хорошая й. (Суҡ й. ҡушылдығы)

Сергиевск полкы ротаһы

Черноречен

фельдшанец

Ҡара й. (Суҡ й. ҡушылдығы)

Сергиевск полкы ротаһы, Биләр полкының 2 ротаһы

Түб. Орлянка

редут

Орлянка й. (Суҡ й. ҡушылдығы)

Биләр полкы ротаһы

Үрге Орлянка

редут

Орлянка й.

 

Суров

редут

Суҡ й. һәм уның ҡушылдығы Сорғот й.

 

Сергиевск

ҡәлғә

Суҡ й.

Биләр полкының 3 ротаһы, Алексеевск полкы ротаһы

Зәй

редут

Липовка й. (Ҡондорса й. ҡушылдығы)

Биләр полкы ротаһы

Сүреш

редут

Кесе Сүреш й. (Суҡ й. ҡушылдығы)

Биләр полкы ротаһы

Ҡондорса

фельдшанец

Ҡондорса й. (Суҡ й. ҡушылдығы)

Шишмә полкы ротаһы, Биләр полкының 2 ротаһы

Тархан (1‑се Тархан, һуңынан Полянск)

редут

Оло Тархан й. (Оло Сиремшән й. басс.)

Шишмә полкы ротаһы

Тархан (2‑се Тархан)

редут

Яуыр й. (Оло Сиремшән й. басс.)

Шишмә полкы ротаһы

Сиремшән

ҡәлғә

Оло Сиремшән й. (Волга й. ҡушылдығы)

Шишмә полкының 3 ротаһы, Алексеевск полкы ротаһы

Шишмә

фельдшанец

Шишмә й. (Кама й. ҡушылдығы)

Шишмә полкының 3 ротаһы, Алексеевск полкы ротаһы

Кисеү

фельдшанец

Кисеү й. (Шишмә й. ҡушылдығы)

Шишмә полкы ротаһы, Алексеевск полкы ротаһы

 

Карта: Кама аръяғы сик һыҙығы

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018