АЛҒА, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Суйынсы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 196 кеше; 1959 — 164; 1989 — 126; 2002 — 95; 2010 — 88 кеше. Татарҙар йәшәй (2002).

1922 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1925 й. һуң) Бәләбәй кантонында ш. уҡ кантондың Суйынсы а. кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала.

Т.М.Глазкова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке