КАЛЯКИН Леонид Анатольевич (8.7.1947, Вологда өлк. Чалекса а.), математик. Физика-матем. ф. д‑ры (1989), проф. (1992). Урал дәүләт ун‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1969) СССР ФА В.А.Стеклов ис. Математика ин‑тының Свердловск бүлегендә эшләй. 1978 й. алып Өфөлә: Математика ин‑тының өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1987 й. башлап бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 1979 й. алып БДУ‑ла һәм ӨДАТУ‑ла уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре математик физика мәсьәләләрен, дифференциаль тигеҙләмәләрҙе тикшереүҙең асимптотик ысулдарына арналған. К. тарафынан авторезонанс теорияһының матем. нигеҙҙәре уйлап табылған, интегралланыу үҙенсәлеге булған редукция ысулы — ҡатмарлы тигеҙләмәләрҙән ябайҙарына күсеү төплө нигеҙләнгән. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

В.Ю.Новокшенов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018