КАЛЬЦИТ, эзбизташ шпаты, карбонаттар класы минералы, CaCO3. Кристалдары төрлө формала. Агрегаттары: бөртөклө, сталактит һымаҡ, балсыҡлы, друзалар. Төҫһөҙ, аҡ йәки ҡушылдыҡтарға бәйле төрлө төҫкә буялған. Төҫһөҙ һәм үтә күренмәле К. — Исландия шпаты. Ҡатылығы 3, тығыҙлығы 2710 кг/м3, йәбешкәклеге камил. Шыйығайтылған тоҙ к‑таһында ҡайнап эрей. К. эзбизташ һәм мәрмәр составтарының төп өлөшө булып тора. Металлургияла (флюс булараҡ), төҙөлөштә (цемент етештереү өсөн сеймал), тупраҡҡа эзбиз индереүҙә һ.б. ҡулланыла; Исландия шпатын оптикала файҙаланалар. БР‑ҙа ултырма ҡатламдарҙағы эзбизташтар, белорет метаморфик комплексының кальцитлы мәрмәрҙәре, мәмерйәләрҙәге һарҡым ултырмалары К. тора. Эзбизташ карьерҙарында К. ваҡ кристалдары һәм друзалары осрай.

А.А.Алексеев

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018