КАЛЬЦИЙ (Calcium), Ca, Д.И.Менделеев периодик системаһының II төркөм химик элементы. Көмөштәй аҡ төҫлө металл, tиреү842°С, tҡайнау1495°С, тығыҙлығы 1540 кг/м3. Ҡоро һауала 300°С юғарыраҡ т‑рала окислана. Хлор, бром, күпселек к‑талар (ҡуйыртылған көкөрт һәм азот к‑таларынан башҡа), дым булғанда — һауа, йылытҡанда — фтор, көкөрт, водород, азот, углерод, фосфор м‑н тәьҫир итешә. Күп металдарҙы уларҙың сульфидтарынан, оксидтарынан, галогенидтарынан ҡыҫырыҡлап сығара, алюмин, көмөш, алтын, баҡыр, литий, магний, ҡурғаш, аҡ ҡурғаш м‑н интерметалл берләшмәләр барлыҡҡа килтерә. Башҡ‑нда К. берләшмәләрен “Каустик” ААЙ (К. хлориды), “Сода” ААЙ (К. оксиды, хлориды), Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы (К. ионоляты) етештерә. Шулай уҡ К. берләшмәләренең дарыу формаларын — глюконат, пангамат һәм хлорид (“Фармстандарт—Өфө витамин заводы” ААЙ), глюконат һәм хлорид (“Иммунопрепарат”) сығарыу ойошторолған. 1957 й. БДУ‑ла Һарытау ун‑ты ғалимдары м‑н берлектә байтаҡ миҡдарҙа магний булғанда К. барлығын билдәләү өсөн индикатор (Гидрон II) уйлап табыла, Бөтә Союз “Союзреактив” тресында етештерелә һәм химик лаб. практикаһына ҡулланыуға индерелә. 

Әҙәб.: Фрумина Н.С., Кручкова Е.С., Муштакова С.П. Аналитическая химия кальция. М., 1974.

В.Н.Майстренко

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке