КАЛЬЦЕФИЛДАР, калькофиттар (лат. сalx — эзбиз һәм ...фил), башлыса кальций м‑н байытылған субстраттарҙа, ш. уҡ эзбизташтар, аҡбур, мергелдәр һ.б. сыҡҡан урындарҙа үҫкән үҫемлектәр. Ксероморф адаптив һыҙаттарының (япраҡтарының кәмеүе йәки хатта япраҡһыҙ булыу, япраҡтарҙың тышҡы йөҙө парланыуҙан балауыҙ ҡунығы йәки ҡуйы төк ярҙамында һаҡланыу һ.б.) күплеге аҡбур субстраттарының ҡоролоғона бәйле. К., ҡағиҙә булараҡ, ксерофит-петрофиттар (сатлы ҡоторма, үтә ябай оносма, ябай терпекәй үлән һ.б.). БР‑ҙа үҫкән К. араһында декоратив үҫемлектәр (аҡ умырзая, Патрэн ҡамғағы һ.б.), дарыу үҫемлектәре (себер ҡарағасы, ябай терпекәй үлән һ.б.), баллы үҫемлектәр (мугоджар ҡанүләне, ябай ерек үләне) һ.б. бар. К. һирәк төрҙәре БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән: аҡбур терпе үләне, Разумовский тәңкәғуҙағы һ.б., ш. иҫ. эндемиктар — башҡ. ҡояш сәскәһе, Клер астрагалы һ.б., реликттар — ҡандала ҡанүләне, яланғас еҫле сәскә һ.б. Ҡайһы бер К. (тоҙут әрем, эре сәскәле тәңкәғуҙаҡ) РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Л.Ғ.Наумова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018