КАЛОВСКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Польша шляхтаһынан. Өфө тармағына нигеҙ һалыусылар — Иван Ермолаевич (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Третьякович) К., Өфө воеводаһы (1614; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1614—15). 1601 й. Себер ханы улдарының рус подданныйлығын ҡабул итеү т‑дағы ярлыҡтары м‑н М.А.Нагой тарафынан Б.Годуновҡа ебәрелә. 1592 й. Ағиҙел й. аръяғынан 100 сирек ер бирелә; Осанчук Ермолаевич (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Третьякович) К., 1592 й. Ағиҙел й. аръяғынан 100 сирек ер бирелә. Уның улы — Никита Осанчукович К. (1552—1626), Өфөнөң стрелецтар башлығы (1613). 1598 й. Себер походында ҡатнаша. 1626 й. ҡарата 10 ир-атҡа, Өфө й. буйында ауылға һәм 400 сирек ергә хужа булған. Иван Ермолаевич К. улдары: Иван (Енурус) Иванович К. (?—1659), 1630 й. Мәскәүҙә түләүле хәрби хеҙмәткә (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) алына. 1635 й. Себер ханының улы Аблайҙы тотоуҙа ҡатнаша. 1647 й. ҡарата Юрмаш й. буйында ауылға (26 йорт һәм 67 ир-ат) һәм 500 сирек ергә хужа булған; Фёдор Иванович К. (?—1644), 1599 й. түләүле хәрби хеҙмәткә алына. 1635 й. Өфө хеҙмәтле кешеләре отряды башында Себер ханының улы Аблайҙы тотоуҙа ҡатнаша. 1636 й. алып Уҫы воеводаһы. 1615 й. ҡарата 380 сирек ергә хужа булған. Һарытау ҡ. янында ҡалмыҡтар м‑н һуғышта һәләк була. Никита Осанчукович К. улдары: Иван Никитич К. (?—1668), 1643 й. түләүле хәрби хеҙмәткә алына. 1653 й. башлап Богородский а. батша һарайы приказчигы, 1660 й. — Өфөләге ҡалмыҡ илселеге приставы. 1659 й. ҡа‑ рата Шөгөр й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында ауылға (12 йорт һәм 32 ир-ат) һәм 400 сирек ергә хужа булған. Көньяҡ-көнбайыш башҡорттар күтәрелешен баҫтырғанда һәләк була; Пётр Никитич К., 1628 й. түләүле хәрби хеҙмәткә алына. 1635 й. Себер ханының улы Аблайҙы тотоуҙа ҡатнаша. 1648 й. ҡарата Шөгөр й. буйында ауылға (12 йорт һәм 32 ир-ат) һәм 560 сирек ергә хужа булған. Уның улы — Пётр Петрович К., 1659 й. түләүле хәрби хеҙмәткә алына. Башҡорт ихтилалын (168184) баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1669 й. алып Ҡаракүл (Удмурт Респ. Ҡаракүл р‑ны) һәм Пьяный Бор (ТР‑ҙың Әгерже р‑ны Красный Бор а.) аа. батша һарайы приказчигы. 1686 й. провинция дворяндарының һайлау исемлегенә индерелә. 1682 й. ҡарата 650 сирек ер хужаһы. К. нәҫеленең башҡа вәкилдәренән киң билдәлеләре: Степан Фёдорович К., коллегия советнигы. 1782 й. Өфө, Стәрлетамаҡ, Силәбе өйәҙҙәре дворяндары башлығы итеп һайлана (ауырыу сәбәпле вазифаһынан алына); Исаак Матвеевич К., полковник. 1787—91 йй. рус-төрөк һуғышында, Крәҫтиәндәр һуғышын (177375) баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1773 й. башлап Алексеевск пехота полкында, 1775 й. — С.‑Петербург драгун 5‑се карабинерҙар батальонында, 1798 й. — Ырымбур драгун полкында хеҙмәт итә. Изге Иоанн Иерусалимский орд. м‑н бүләкләнгән; Андрей Фёдорович К., подполковник. 1806—07 йй. рус-француз һуғышында ҡатнаша. 1788—93 йй. — 2‑се Ырымбур батальонында, 1807—08 йй. Витебск гарнизоны батальонында хеҙмәт итә. 1818 й. алып Ырымбур енәйәт суды палатаһы заседателе. 4‑се дәрәжә Изге Владимир орд. м‑н бүләкләнгән; Андрей Семёнович К., штабс-капитан, коллегия асессоры (1809). 1783 й. алып Ырымбур выждан судында, 1784 й. — Ырымбур ялан батальонында, 1785 й. Өфө ялан пехота полкында хеҙмәт итә. 1801 й. отставкаға сыға. 1810 й. башлап Өфө городничийы. Өфө өйәҙендә К. ерҙәрендә Һикебай (Каловский), Степановка (хәҙ. Өфө ҡ. эсендә), Каловка (Никитин; Өфө эсендә) аа. һәм 2 Каловский ауылына нигеҙ һалына. К. нәҫеле Ырымбур (1788), Сембер, Тверь һәм Өфө губ. дворян нәҫел тарихы китаптарының 6‑сы киҫәгенә яҙылған. Генераль ыҙанлау б‑са К. нәҫеле 22,9 мең дисәтинәнән ашыу ер биләгән (шуның 19,0 мең дисәтинәнән ашыуы уртаҡ биләмә булған). Иң эре поместье булып Каловка иҫәпләнгән, унда 18 б. аҙ. 22 ир-ат, 1,4 мең дисәтинә ер, 19 б. уртаһында 12 ир-ат, 600 мең дисәтинә ер булған.

Б.Әҙнабаев

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018