КАЛОВКА, ауыл, 20 б. 30‑сы йй. алып Черниковка эшселәр ҡасабаһы эсендә (ҡара: Черниковск). Ауылға Өфө өйәҙендә Каловскийҙар ауылы булараҡ нигеҙ һалына, 1617 й. алып билдәле. Шулай уҡ Никитин исеме м‑н теркәлгән. 1865 й. 2 йортта 19 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Халҡы: 1906 й. — 38 кеше, 1920 — 32 кеше. Хәҙ. Өфөнөң Калинин р‑ны терр‑яһы.

З.И.Гудкова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке