КАЛМЫКОВ Михаил Васильевич (20.11.1888, Тверь губ. — 16.4.1938, Мәскәү), рев‑ция хәрәкәте эшмәкәре. Комкор (1935). 1917 й. алып РСДРП(б) ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. РККА Хәрби акад. тамамлаған (Мәскәү, 1924). 1910—17 йй. рус армияһында, өлкән унтер-офицер; 1918 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1917 й. июленән Богоявленск хәрби дружинаһы (ҡара: Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмалары) ком., Ырымбур казак ғәскәре частарына ҡаршы һуғыштарҙа һәм Йыйылма Урал отряды походында ҡатнаша. 1918 й. алып 269‑сы уҡсылар полкы, 1920 й. 30‑сы уҡсылар див. 89‑сы уҡсылар бригадаһы ком., 1921 й. 42‑се уҡсылар див. начальнигы. 1924 й. башлап 2‑се Төркөстан уҡсылар див., 1927—29 йй. 1‑се, 1930 й. алып 19‑сы, 1932 й. — 20‑се уҡсылар корпусы ком. һәм хәрби комиссары, бер үк ваҡытта 1932 й. башлап Айырым Алыҫ Көнсығыш армияһы командующийы ярҙамсыһы. СССР ҮБК‑ның 6—7‑се, Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 15— 16‑сы һәм Үзбәк ССР‑ы ҮБК‑ның 1‑се саҡырылыш ағзаһы. 2‑се, 3‑сө һәм 4‑се дәрәжә Георгий тәреләре, Ленин (1936), Ҡыҙыл Байраҡ (1920, 1921) орд. м‑н бүләкләнгән. Репрессиялана (1937), атыла. 1956 й. аҡлана.

Әҙәб.: Алексеев Д.Г., Голубых М.Д., Калмыков В.М. Комкор М.В.Калмыков: док. повесть. Уфа, 1988; Генералы Башкортостана. Уфа, 1995.

Ғ.Һ.Булатов, А.Н.Пинтсон

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018