КЕШӘННЕ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Яңы Кәлсер а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 9 км һәм Аҡкүл т. юл ст. 39 км алыҫлыҡта Ауырғазы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1337 кеше; 1920 — 1511; 1939 — 1226; 1959 — 742; 1989 — 471; 2002 — 431; 2010 — 417 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Меркет-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1746 й. төҙөлгән керҙәшлек килешеүе б‑са (1758 й. теркәлгән) яһаҡлы татарҙар (һуңынан улар типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. Бында ш. уҡ шарттарҙа 1747 й., фаразланыуынса, ш. уҡ даруғаның Өршәк‑Мең улусы Атйетәр а. (Ҡырмыҫҡалы р‑ны) типтәрҙәре, 1758 й. — яһаҡлы татарҙарҙың яңы төркөмө, 1813 й. мишәрҙәр килеп ултыра. 1865 й. Яңы Атйетәр (Кешәнне) исеме м‑н теркәлгән, 140 йортта 856 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. 1‑се Яңы Атйетәр исеме м‑н иҫәпкә алынған, мәсет, мәҙрәсә, 2 һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән. 50‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Б.М.Ғайсин, М.М.Камалетдинов ошо ауылда тыуған.

М.С.Әминева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке