АЛҒА, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Алға а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 33 км алыҫлыҡта Асылыкүл тәбиғи паркы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 219 кеше; 1959 — 276; 1989 — 274; 2002 — 293; 2010 — 295 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡоръятмаҫ урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1930 й. Ҡоръятмаҫ һәм Яңы Йондоҙ аа. кешеләре нигеҙ һала. Ауыл янындағы Асылыкүл һәм Алға шишмәһе — тәбиғәт ҡомартҡылары.

Т.М.Глазкова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018