КАЛМАЦКИЙ Борис Григорьевич (15.10.1948, Өфө — 29.10.1993, шунда уҡ), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1982). БДУ‑ны тамамлаған (1978). 1976 й. алып “За коммунистический труд” [“Коммунистик хеҙмәт өсөн”; хәҙ. “Гидравлика” ААЙ‑ның “Вестник Гидравлики” (“Гидравлика хәбәрҙәре”) гәз.], “Вечерняя Уфа” гәз., 1987 й. — “Башҡортостан” ДТРК хеҙм‑ре. 20 б. аҙ. илдә һәм респ. барған сәйәси үҙгәрештәр т‑дағы телевизион тапшырыуҙар серияһы авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (1993).

Ш.Ғ.Ғилманова

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018