КАЛИТОВ Георгий Ғәйниәхмәт улы (7.9.1952, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Түб. Иванай а.), рәссам. БР‑ҙың халыҡ (2012), атҡ. (2003) рәссамы, БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1987). Рәссамдар союзы ағзаһы (1995). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1980; педагогтары В.Я.Батищев, Р.М.Нурмөхәмәтов) 1996 й. тиклем Башҡ‑н ижади‑производство комб‑ты рәссамы, бер үк ваҡытта 1994—2004 йй. (өҙөклөк м‑н) ӨДСА‑ла, 1984—2003 йй. һәм 2004 й. алып Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта. Башлыса станокта башҡарылған (графика, рәсем сәнғәте) һәм монументаль сәнғәт өлкәһендә эшләй. К. эштәрендә образдар характеристикаларының тәьҫирлеге талғын һәм ритмлы һыҙғыланған һыҙыҡтар м‑н өлгәшелә (“Башҡортостан моңдары” витражы, 1984, Башҡорт филармонияһы). Станокта башҡарылған эштәре стилистикаһы б‑са төрлө: тәүге осорҙағы һүрәттәрендә “ҡырыҫ стиль” йоғонтоһо һиҙелә, уларға һындарҙың ҡатып ҡалыуы, тыйнаҡ колорит хас («“Уңыш” колхозы һауынсылары», 1988); традицион пейзаждар (“Ҡышҡы ауыл”, 1989) — шартлы рәүештә хәл ителгән киңлек һәм символ мәғәнәһендәге төҫтәрҙә ижад ителгән кубофутуристик фантазиялар м‑н (“Мари ауылы өҫтөнән өйрәктәрҙең осоуы”, 1992), етди портреттар (“Балта оҫтаһы Рафаил”, 1988) тематик картиналарҙың образ-символдары (“Ҡорбан килтереү”, 1993) м‑н алмашына. Милли сығанаҡты аңлау ҡыҙыл төҫ өҫтөнлөк иткән колориттың декоратив сағыулығында күренә (“Мари йолалары” литографиялар серияһы, 2002). “Ер рухы” (1995, БДУ) триптихы, “Йондоҙлоҡ” (2002, БАДТ; икеһе лә — Р.С.Зәйнетдинов м‑н берлектә) картинаһы реалистик алымда яҙылған. Шулай уҡ сценография һәм китапты иллюстрациялау өлкәһендә эшләй. “Бизмән” (1994; ҡара: Художество төркөмдәре һәм берекмәләре) ижади төркөмө ағзаһы. “Ший Кандыра” Төбәк мари бейеүҙәре фестиваль‑конкурсын үткәреү инициаторы (2011 й. алып). Дүртөйлө р‑нының “Уңыш” к‑зында картиналар галереяһын төҙөү инициаторҙарының береһе (1989). 1979 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Благовещен (1999), Өфө (2002, 2012), Йошкар‑Ола (2005) ҡалалары. Эштәре БДХМ, Милли музей, Мари Эл Респ. Т.Евсеев ис. Милли музейы, Мари Эл Респ. һынлы сәнғәт музейы (икеһе лә — Йошкар-Ола) коллекцияларында, Рәсәй галереяларында һәм шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. БР‑ҙың мәҙәниәт һәм сәнғәт белем биреү учреждениелары уҡытыусыларының Респ. фәнни‑методик эштәр конкурсы (Өфө, 2011) лауреаты, БР-ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (1995).

Хеҙм.: Башкирская школа живописи: история. 2-е изд. Уфа, 2012.

Әҙәб.: Георгий Калитов. Монументальное искусство. Живопись. Графика. Сценография: каталог /авт.‑сост. К.С.Гусева. Уфа, 2002.

К.С.Йәһүҙина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Илл.: Г.Ғ.Калитов. Верификация. 1994

П.: Г.Ғ.Калитов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018