КЕСЕРТКӘН БИҘГӘГЕ (лат. urtica — кесерткән), тире ауырыуы, күбеһенсә аллергик, тән тиреһенә йәки лайлалы тиресәләргә ҡапыл күберсектәр ҡалҡып сығыу м‑н билдәләнә. К.б. аллергик, псевдоаллергик һәм паразитар ауырыуҙарға бәйле төрҙәрен айыралар. Киҫкен һәм хроник формаларҙа үтә. К.б. үҫешенә аш һеңдереү һәм гепатобилиар системаларҙағы хроник инфекция сығанаҡтары, аллергендар (медикаментоз, аҙыҡ, һеркә, саға торған бөжәктәр ағыуы һ.б.), химик матдәләр, физик йоғонто (ультрафиолет нурланыш, һыуыҡ) һ.б. булышлыҡ итә. Төп симптомдары: тоноҡ алһыу төҫтәге йомро йәки башҡа формалағы күберсектәр, йыш ҡына бергә ҡушылып ҙур зарарланған урындар барлыҡҡа килтерәләр, ҡысыталар. К.б. йыш ҡына Квинке шешенеүе м‑н оҙатыла. Диагностика өсөн лаб. тикшереүҙәр (ҡан анализы), аутосыворотка ҡулланып тире аша тикшереү һәм провокацион (физик йөкләнеш) тестар һ.б. мәғлүмәттәр файҙаланыла. Дауалау: организмдан аллергенды сығарыу, антигистаминлы, шешеүгә ҡаршы һ.б. препараттар ҡулланыу. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: тамаҡ шешеү, коллапс (анафилактик шаңҡыу), ашҡаҙан-эсәктәрҙән ҡан китеү. Иҫкәртеү: К.б. үҫешенә булышлыҡ иткән факторҙарҙы бөтөрөү, хроник ауырыуҙарҙы дауалау һ.б. Ауырыуҙы диагностикалау, иҫкәртеү һәм дауалау ысулдарын камиллаштырыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Медицина университетында алып барыла: нефтехимия пр‑тиелары эшселәрендә К.б. барлыҡҡа килеүе (Ә.Н.Бикбулатова), ауырыуҙың организмға дарыу препараттары тәьҫире арҡаһында үҫеүе (Д.Н.Лазарева һ.б.) сәбәптәре, Башҡортостандың төрлө р‑ндарында К.б. эпидемиологияһы (Х.Х.Ганцева) тикшерелә, К.б. дифференциаль диагностикалау өсөн тикшереүҙең хемилюминесцент ысулдары өйрәнелә (В.М.Друх).

Х.Х.Ганцева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.