КАЛИНУШКИН Николай Александрович (25.1.1948, Өфө — 20.4.2004, шунда уҡ), скульптор. РФ‑тың (1998) һәм БР‑ҙың (1993) атҡ. рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1980). Юғары художество-сәнәғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1977; педагогтары А.С.Кондратьев, Г.А.Шульц) 1985 й. тиклем БДПИ‑ла, 1992—2004 йй. ӨДСА‑ла уҡыта, бер үк ваҡытта 1991—98 йй. БР Рәссамдар союзы идараһы рәйесе була. Ижади эшмәкәрлеге 80—90‑сы йй. Башҡортостанда скульптура үҫешенә, В.Г.Лобанов, Ф.С.Нуриәхмәтов һ.б. ижадының формалашыуына ҙур йоғонто яһай; респ. миҙал эшләү сәнғәте барлыҡҡа килеүе лә К. исеме м‑н бәйле. Уның эштәре күләм тулылығы, статик композиция һәм ш. уҡ ваҡытта образдар йәнлелеге м‑н айырылып тора, станокта башҡарылған эштәрендә быға төрлө художество саралары, ш. иҫ. төрлө материалдарҙы һәм буяуҙы яраштырыу, һөҙөмтәһендә ирешелә. Скульптураның монументаль [20 б. локаль һуғыштарында һәләк булған БР‑ҙа тыуған кешеләргә һәйкәл (Ҡайғылы әсә һәйкәле); архитекторҙары — ағалы‑ҡустылы Д.А. һәм П.А. Винкельман; 2003; Еңеү паркында ҡуйылған], станокта башҡарылған (“Дионисий”, 1989, ағас, биҙәк; “Хәл‑ваҡиға” серияһы, 1992, ағас), декоратив (“Доминолағы ханым”, 1995; ағас, биҙәк, еҙ) төрҙәренең барыһында ла төп иғтибар ҡулланылған материалдан образлы мәғәнә тыуҙырыуға, формалар, һыҙаттар һәм һындарҙың баҙыҡлығына ирешеүгә йүнәлтелә. Авторҙың тарихи фекерләүе үҙе өҫтөнлөк биргән донъя мәҙәниәте эшмәкәрҙәрен һүрәтләгән миҙалдарҙа сағыла, уларҙа һүрәтләнгән кешенең ижади стиль һыҙаттары һәм ул йәшәгән дәүерҙең үҙенсәлектәре һүрәтләнә (“Михаил Нестеров”, 1984; “Давид Бурлюк”, 1994; икеһе лә — бронза; ҡара: Миҙал эшләү сәнғәте). Башҡортостанда үткәрелгән халыҡ‑ара һәм бөтә Рәсәй скульптура симпозиумдарын ойоштороусыларҙың береһе (1988 й. алып). Уникаль графика өлкәһендә эшләй. 1975 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1978, 1993, 1994, 1998, 2000), Мәскәү, Рязань (икеһе лә — 1994) ҡалалары. Эштәре БДХМ, Рязань өлкә художество музейы, Төмән өлкә һынлы сәнғәт музейы һ.б. коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. Өфөлә К. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Николай Калинушкин. Скульптура. Рисунок: каталог /авт.‑сост. С.В.Евсеева. Уфа, 1998.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Текст на русском языке

 


 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.