КЕСЕҠОР, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Иҫке Ҡоҙаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 26 км алыҫлыҡта Бәҙрәшбаш й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 437 кеше; 1920 — 552; 1939 — 477; 1959 — 397; 1989 — 131; 2002 — 100; 2010 — 96 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 18 б. 40‑сы йй. Уҫы даруғаһы Уран улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар нигеҙ һала. 18 б. аҙ. алып аҫаба башҡорттар ғына иҫәпкә алына. 1865 й. 40 йортта 211 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете теркәлгән.

Х.Х.Мөҙәрисов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018