КЕСЕ ЭЙЕК, Ҡарман, йылға, Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) уң ҡушылдығы. Йылайыр р‑ны Ҡананикольский а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 5 км алыҫлыҡта башлана. Йылайыр, Күгәрсен р‑ндары терр‑яһы буйлап көнсығыштан көнбайышҡа табан аға. Оло Эйек й. (тамағынан 220 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 118 км, басс. майҙаны 640 км2, дөйөм түбәнәйеүе 340 м. Туйыныуы ҡатнаш, башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Йыллыҡ аҡманың 65%‑ы — яҙғы (апр.— май), 25%‑ы — йәйге һәм көҙгө (июнь—окт.), 10%‑ы ҡышҡы (нояб.—март) осорҙарға тура килә. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 4,2 м3/с. Басс. рельефы тәпәш таулы, үҙәндәр һәм йырындар м‑н йырғыланған; девон һәм карбон тоҡомдарынан (эзбизташ, доломит, алевролит, ҡомташ) тора; карст үҫешкән (Айыулы, Һалҡын соҡор мәмерйәләре һ.б.). Ландшафы ҡараһыу һоро урман тау тупрағындағы ҡарағас ҡатыш ҡарағай‑ҡайын урмандарынан ғибәрәт, йыуылған ҡара тупраҡта болон далалары осрай. Басс. 85%‑ы урман м‑н ҡапланған, 7%‑ы һөрөлгән. Урта һәм түбәнге ағымында К.Э. Мораҙым тарлауығы тәбиғи паркы һәм Эйек заказнигы терр‑яһы буйлап аға. Ҡушылдыҡтары: уң — Ҡашҡаир, Ямашлы һ.б.; һул — Күвәз һ.б.

В.А.Загорский

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018