АЛҒА, Асылыкүл төркөмөнә ҡараған урғылыусы сығанаҡ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Дәүләкән р‑ны Алға а. төньяҡ-көнбайышҡа табан 300 м алыҫлыҡта Асылыкүл тәбиғи паркында урынлашҡан. Өҫкө пермдең өфө ярусы тоҡомдарынан (алевролит, конгломерат, ҡомташ, мергель һәм эзбизташ) торған үҙән төбөнән сыға. Дебиты 0,5—0,8 л/c. Һыуы сөсө (0,5 г/л), сульфатлы кальцийлы. Тирә-яғы һаҙға әйләнгән, 30‑ға яҡын үҫемлек төрө үҫә.

И.К.Кудряшов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке