“КАЛИНКА”, Химиктар мәҙәниәт һарайының (Өфө) спорт бал бейеүҙәре ансамбле. 1993 й. ойошторола, 1997 й. “өлгөлө” исемен ала. Ансамбль составында 6—17 йәшлек 70‑тән ашыу ҡатнашыусы. Репертуарында Европа: “Сәскәләр вальсы” (“Вальс цветов”), танго; Латин Америкаһы — джайв, румба; урыҫ халыҡ бейеүҙәре — “Калинка”, “Сударушка” һ.б. Ансамбль Һамар өлк. асыҡ чемпионатында (Һамар ҡ., 2005), БР асыҡ беренселегендә (Өфө, 2006) еңеүсе, Мәскәү асыҡ чемпионаты, Германия (Штутгарт ҡ.), Үҙәк армия спорт клубы (Мәскәү), С.‑Петербург губернаторы (бөтәһе лә — 2005) кубоктарының көмөш призёры, Кремль (Ҡазан), Рәсәй (Мәскәү), Түб. Новгород (бөтәһе лә — 2005), Һамар (2006) кубоктарын яулаусы. Германия, Италия, Рәсәй, Польша асыҡ чемпионаттарында ҡатнаша. Ойоштороусылары һәм худо‑ жество етәкселәре — О.Г.Михайлова һәм И.М.Цвик.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.