КЕСЕ ШАҘЫ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Оло Шаҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 15 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 116 км алыҫлыҡта Шаҙы й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 637 кеше; 1920 — 816; 1939 — 446; 1959 — 315; 1989 — 130; 2002 — 108; 2010 — 91 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға 1715 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Шәмшәҙе улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Түб. Шаҙы исеме м‑н типтәрҙәр нигеҙ һала. Шулай уҡ Көсөк исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. (хәҙ. исемдә) 45 йортта 290 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 4 бакалея кибете теркәлгән. Р.З.Гәрәев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.