КАЛИНИН Михаил Иванович (7.11.1875, Тверь губ. Үрге Троица а. — 3.6.1946, Мәскәү), совет партия-дәүләт эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1944). 1898 й. алып РСДРП ағзаһы. 1919 й. башлап Бөтә Рәсәй ҮБК, 1923 й. — СССР ҮБК, 1938—46 йй. СССР ЮС‑ы Президиумы рәйесе. 1919 й. алып ВКП(б) ҮК, 1926 й. — ВКП(б) ҮК сәйәси бюроһы ағзаһы. 1920 й. 19 майындағы Бөтә Рәсәй ҮБК һәм РСФСР ХКС‑ының “Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында” ҡарарына ҡул ҡуя. 1919—20 йй. “Октябрь революцияһы” агитация-инструктор поезында Көньяҡ Урал (Златоуст, Ырымбур, Өфө һ.б. ҡалалар) буйлап сәйәхәт ҡыла. 1923 й. дек. Белорет, Өфө ҡҡ., Өфө кантонының Иглин һәм Тамъян-Ҡатай кантонының Сермән аа. була, БАССР Советтарының 4‑се съезында (ҡара: Советтар съездары) сығыш яһай. Ленин (1935, 1944, 1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1928, 1930) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә районға, паркка һәм урамға К. исеме бирелгән, һәйкәл ҡуйылған; Өфө, Белорет һәм Иглинда К. сығыш яһаған өйҙәргә мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Әҫәрҙ.: За эти годы: статьи, беседы, речи. В 3 кн. Л., 1926.

Әҙәб.: М.И.Калинин в Башкирской АССР. Уфа, 1966.

Ю.В.Калашников

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке