КАЛИНИН М.И. ИСЕМЕНДӘГЕ КОЛХОЗ, агросәнәғәт пр‑тиеһы. Стәрлетамаҡ р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Николаевка ауылы. Составында йәш һыйыр малын үҫтереп еткереү һәм һимертеү фермаһы, 2 йылҡысылыҡ һәм 6 һөтсөлөк фермаһы (ш. иҫ. ҡарасыбар тоҡомло һыйыр малының тоҡомсолоҡ репродукторы) һ.б. Колхозда 2011 й. 609 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны — 30191 га, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 23411 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген культуралары — 38,7, көнбағыш (орлоғо) — 23,7, күп йыллыҡ үләндәр (бесән) — 24,5; етештерелгән (т): иген — 33683, көнбағыш — 8954. Һыйыр малы һаны — 6651 (1600 һыйыр), йылҡы — 348; һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 5641 кг, йәш һыйыр малының уртаса тәүлек артымы — 655 г; етештерелгән (т): һөт — 8976, ит — 981. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1951 й. М.И. Калинин ис. к‑з булараҡ ойошторола, 2000 й. алып АХПК, 2010 й. — М.И.Калинин ис. агросәнәғәт пр‑тиеһы ЯСЙ. 

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018