КАЛИНИН Евгений Петрович (10.1.1942, Молотов өлк. Сараны ҡсб), тау инженер-технологы. Магнитогорск тау-металлургия ин‑тын тамамлаған (1972). 1960 й. алып Башҡ‑н баҡыр-көкөрт комб‑тының байыҡтырыу ф‑каһында (Сибай ҡ.) эшләй. 1974 й. башлап Учалы тау-байыҡтырыу комб‑тында: төп корпус нач., 1978 й. алып баш инженер, 1979 й. — ф‑ка нач., 1992 й. — производство-техник бюро нач., 1993 й. — милек м‑н идара итеү бүлеге нач., 2000 й. — байыҡтырыу ф‑каһын үҙгәртеп ҡороу б‑са нач. урынбаҫары. 2002 й. башлап “Изготовление, внедрение, сервис” ЯАЙ (С.‑Петербург ҡ.) берлектәге пр‑тиеһының Урал вәкиллеге (Учалы ҡ.) директоры. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1988). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1981).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.