КАЛИНИН, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Сибай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 47 км һәм Сибай т. юл ст. Көнс. табан 5 км алыҫлыҡта Төйәләҫ й. буйында урынлашҡан.  Халҡы: 1920 й. — 237 кеше; 1939 — 300; 1959 — 400; 1989 — 342; 2002 — 357; 2010 — 388 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Иҫке Сибай урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

    Ауылға 1913 й. Орск өйәҙендә Староверҙар утары булараҡ нигеҙ һалына. 1920 й. Яңы Сибай утары булараҡ теркәлә, 30‑сы йй. М.И.Калинин ис. к‑з ойошторолоу сәбәпле, хәҙ. исемен һәм статусын ала.

Ә.З.Сәйғәфәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.