КАЛИЙЛЫ АШЛАМАЛАР, үҫемлектәрҙе туҡландырыу өсөн калий сығанағы булараҡ ҡулланылған минераль матдәләр. К.а. етештереү өсөн башланғыс сеймал — составында калий минералдары булған тау тоҡомдары. К.а. сей калий тоҙҙарына (сильвин, карналлит һ.б.), концентрат ашламаларға (калий хлориды йәки сульфаты һ.б.), төрлө етештереү ҡалдыҡтарына (көл һ.б.) бүленә. К.а. төп ашлама булараҡ, ш. уҡ мал аҙығы, йәшелсә культураларын һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе өҫтәмә туҡландырыу өсөн индерелә. Индереү миҡдары тупраҡ составындағы үҫемлектәргә эләгеү мөмкинлеге булған калийға, ашланған культураның биол. үҙенсәлектәренә, планлаштырылған уңышҡа һ.б. бәйле. Башҡортостанда К.а. бөтә ауыл хужалығы зоналарында ҡулланыла, йәшелсә культуралары, картуф, көнбағыш, ҡарабойҙай, мал өсөн тамыраҙыҡтар, шәкәр сөгөлдөрө һ.б. культураларҙы үҫтергәндә составында еңел үҙләштерелгән калий аҙ булған тупраҡтарҙа файҙаланыу һөҙөмтәле һанала. Тупраҡ‑климат шарттарына бәйле К.а. (тәьҫир итеүсе матдә) иген культураларына 30—40 кг/га, картуфҡа — 80—90, көнбағышҡа — 50—60, шәкәр сөгөлдөрөнә 120—140 кг/га индерелә. БР‑ҙа калийлы агрономик мәғдәндәрҙең бер аҙ запасы Стәрлебаш һәм Хәйбулла р‑ндарында бар. Составында К.а. булған минераль ашлама етештереүселәр: “Минудобрения” ААЙ (1988—2003), “Агрохимцентр” сауҙа йорто ЯСЙ (Бүздәк р‑ны Бүздәк а.; 2002 й. алып), “Мәләүез минераль ашламалары” ААЙ (2003 й. алып). 1986 й. респ. хужалыҡтарында 104 мең т, 2001—05 йй. — уртаса 10‑ар мең т, 2012 й. — 7 мең т К.а. (тәьҫир итеүсе матдә) индерелгән. К.а. ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеге 20 б. 60‑сы йй. башынан Аграр университетта (В.М.Вәлиев, С.Ғ.Ғиззәтуллин, Р.С.Кирәев, Н.А.Середа, Й.А.Усманов һ.б.), Ауыл хужалығы институтында (Н.Р.Бәхтизин, Г.П.Шушпанов һ.б.) һ.б. өйрәнелә. 

Әҙәб.: Сложные и концентрированные удобрения и их применение в Башкирии. Уфа, 1976; Прокошев В.В., Дерюгин И.П. Калий и калийные удобрения. М., 2000.

В.М.Вәлиев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018