КАЛИЕВ Юрий Алексеевич (16.1.1957, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Сабыҡ а.), философ. Филос. ф. д‑ры (2004), проф. (2006). Мари ун‑тын тамамлағандан һуң (Йошкар-Ола, 1983) шунда уҡ эшләй. 2003 й. алып БДУ‑ның Бөрө филиалында философия һәм соц.‑иҡт. фәндәр каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре миф философияһына, мифологик аңға, мәжүсилектең дини-донъяуи йөкмәткеһенә арналған. Мари телендә филос. категориялар системаһын эшләй. 250‑нән ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Мифологическое сознание мари: феноменология традиционного мировосприятия. Йошкар-Ола, 2003; Этнокультурный статус мифологического сознания: генезис, функционирование и эволюция традиционного мировосприятия (на примере марийской мифологии). Уфа, 2004; Основной социологический закон и его значение в развитии общества. Уфа, 2009.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018