КӘЛИЕВ Ибраһим Әҙиәт улы (11.10.1959, Ҡаҙаҡ ССР‑ының Бударин ҡсб), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2002), проф. (2007). БР-ҙың мәғариф отличнигы (2010). Новосибирск ун‑тын тамамлағандан һуң (1981) РФА Себер бүлексәһенең Гидродинамика ин‑тында (Новосибирск ҡ.), бер үк ваҡытта Новосибирск ун‑тында һәм 1992—93 йй. “Tecnopolis Novus Ortus” Халыҡ‑ара фәнни үҙәгендә (Бари ҡ., Италия) эшләй. 2002 й. алып БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында: 2003—13 йй. матем. анализ каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2007—11 йй. физика‑матем. ф‑ты деканы, 2009—11 йй. Математика һәм тәбиғәт фәндәре ин‑ты директоры. Фәнни эшмәкәрлеге математик модель әҙерләүгә арналған. К. йылылыҡ, диффузия, термодиффузия процестарын тасуирлаған һыҙыҡһыҙ тигеҙләмәләр һәм системалар өсөн башланғыс‑сик мәсьәләләрен тикшерә. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Математические модели фазовых переходов. Новосибирск, 2002.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018