КАЛЕДИН Сергей Львович (10.2.1968, Өфө), спортсы. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1998). Силәбе физик культура ин‑тын тамамлаған (1993). “Спартак” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры С.В.Донин), 1986—2009 йй. армия спорт клубы өсөн сығыш яһай (Екатеринбург ҡ., тренеры Г.А.Ушков). Ҡаршылыҡтар м‑н 3000 м йүгереү б‑са РСФСР чемп. (1989) һәм РСФСР чемпионатының көмөш призёры (1991), экиден эстафетаһында СССР чемп. (1989), Францияла (Лион ҡ., 1997) һәм Швейцарияла (Интерлакен ҡ., 2002) үткән халыҡ‑ара марафондар еңеүсеһе. Йәштәр араһында кросс б‑са СССР чемп. (1990). Ветерандар араһында АҠШ‑та (Нью-Йорк ҡ., 2008; Акрон ҡ., 2008—10; Колумбус ҡ., 2010) үткән халыҡ‑ара марафондар еңеүсеһе.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.