КАЛЕГИН ТӨП БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ, Ҡалтасы р‑ны. 1887 й. 3 йыллыҡ башланғыс земство мәктәбе булараҡ асыла. 1908 й. алып юғары башланғыс уч‑ще, 1917 й. — гимназия, 1919 й. — 1‑се һәм 2‑се, 1922 й. — 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1937 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1994 й. — К.т.б.б.м., 2012 й. ябыла. Ағас эшкәртеү һәм слесарлыҡ оҫтаханалары, баҡсаһы була. Эшләгән осоронда мәктәпте 2 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2012). Мәктәп терр‑яһында П.И.Сюткинға һәйкәл (1959), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә Дан мемориалы, мәктәп бинаһына уны тамамлаусы Н.И.Беляевҡа һәм Граждандар һуғышы геройы Ш.Ҡ.Ҡоҙаевҡа арналған мемориаль таҡтаташ (1987) ҡуйылған.

О.М.Мерзлякова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.