КАЛЕГИН, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Калегин а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 35 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 83 км алыҫлыҡта Әмзә й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1188 кеше; 1920 — 1330; 1939 — 896; 1959 — 520; 1989 — 344; 2002 — 330; 2010 — 311 кеше. Мариҙар, урыҫтар йәшәй (2002). Калегин төп белем биреү мәктәбе, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Бөрө өйҙәрендә дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 1865 й. 69 йортта 633 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, училище, 3 һыу тирмәне, 9 бакалея кибете булған; йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 й. сиркәү, земство мәктәбе, земство дауаханаһы, шарап һәм 3 бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж.Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018