КЕСЕ ӨЙҘӨРӘК, йылға, Өйҙөрәк й. уң ҡушылдығы. Асылыкүлдән көньяҡ‑көнбайышҡа 9 км һәм Дәүләкән р‑ны Ҡоръятмаҫ а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 4 км алыҫлыҡта башлана. Шул уҡ райондың терр‑яһында көньяҡ‑көнбайыштан төньяҡ‑көнсығышҡа табан аға һәм Өйҙөрәк й. (тамағынан 11 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 53 км, басс. майҙаны 350 км2. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 1,3 м3/с. Басс. рельефы убалы. Ландшафы йыуылған ҡара тупраҡтағы болонло далаларҙан тора. Басс. 8%‑ын урман ҡаплаған, 60%‑ы һөрөлгән. Иң ҙур ҡушылдығы — Тәндәк (уң).

В.А.Загорский

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке